«Ҡара халыҡ» протесты: Баймаҡтағы ҡаршы торош хаҡында репортаж
Текст на русском English version *ҡайһы бер геройҙарҙың исемдәре именлек ниәтенән үҙгәртелгән Баймаҡ — Урал тауҙары менән уратылған бәләкәй башҡорт ҡалаһы. Бында аҫаба башҡорттар йәшәй. Халыҡ ат һәм һыйыр аҫрай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Баймаҡта бейек йорттар юҡ, ә суд бинаһына борма-борма юл бара. Был юлдан, һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, судҡа ирҙәр һәм ҡатындар, өлкәндәр һәм йәштәр ағыла. Судҡа илтеүсе юлдар полиция менән ябылған, халыҡ ҡаршыһына трактор сығып килә.